0%

Еңел эш(шиғыр).Рәшит Шәкүр

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Еңел эш(шиғыр).Рәшит Шәкүр (Шиғыр )
автор Рәшит Шәкүр
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Еңел эш


 Тауҙай утын түмәрҙәре —
 Малайҙарға эш артҡан.
һикереп килеп сыҡты балта,
 Шуны бит көтөп ятҡан.
Вил ҡулында балта нисек
 Уйнаҡлап, бейеп тора.
 Дим утынды әрҙәнәгә
 Матурлап өйөп тора.
һиҙелмәй ҙә уҙҙы ваҡыт,
 Эш тамам булды кискә.
 Тик ни ғәжәп — икеһе лә
 Арыу һиҙмәйҙәр һис тә.
Аптырама, бының сере
 һис әллә ҡайҙа түгел —
 Бөтә эш тә еңел була,
 Биргәндә ысын күңел.


1996 йыл